0%

Көҙ(шиғыр). Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Көҙ (шиғыр )
автор Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина
.Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Китап",2006 йыл


Көҙ


Игендәр урылған,
Уңыштар йыйылған,
Бесән дә сабылған,
Эҫкерттәр ҡойолған.
Ел менән ҡыуышып,
Япраҡтар ҡойола,
Осар ҡош талпынып,
Китергә йыйына.
Кескенә бер турғай
Шатланып йыр йырлай
— Минең ер —
          Гөлөстан,
Ҡурҡмайым мин
             ҡыштан!
Уңһам да, туңһам да,
Китмәйем илемдән!
Мин ғәзиз еремдән!

 


2006 йыл